Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» 90 йәшен билдәләне

Юбилей датаһы уңайынан Ҡала мәҙәниәт һарайында байрам сараһы үтте. Предприятие бер быуатҡа яҡын баш ҡалабыҙҙыың зауыҡлығы һәм күркәмлеге өсөн яуаплы. Уның идаралығына 100-ҙән ашыу зона: парк, сквер, баҡса, бульварҙар, шулай уҡ баш ҡаланың барлыҡ урамдары, һәйкәл һәм фонтандары ҡарай. «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» Өфө урмансылығы һәм 70-тән ашыу хайуан менән ҡош-ҡорт йәшәүсе вольер хужалығы өсөн дә яуаплы. Әле предприятиела 500-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй.

Предприятиены көн һайын баш ҡаланың матурлығын, үҙенсәлеген тәьмин итеү өҫтөндә эшләүсе ҙур йәшел машина менән сағыштырып була. Хужалыҡ 500 гектарҙан ашыу ер өсөн яуаплы. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр - тәжрибәле һөнәр оҫталары , уларүҙ эшенең һөҙөмтәһен күреүгә ынтыла.

Максим Щербаков, Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» баш урмансыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ