Өфөлә «Таланттар йондоҙлоғо» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Таланттар йондоҙлоғо» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Төп приз - 70 мең һумлыҡ сертификат Туймазынан Рианна Шәмсетдиноваға бүләк ителде. Һәләтле үҫмер «Тарпан» халыҡ бейеүе менән тамашасы күңелен әсир итте. «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсында республиканан 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар йыр башҡарыу, бейеү, дизайн, щиғыр һөйләү һәм башҡа номинацияларҙа көс һынашты.

«Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы өсөнсө йыл инклюзив форматта ойошторола. Бәйгелә мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡатнаша. Бынан тыш быйыл конкурста мәғариф йүнәлешенә арналған номинация өҫтәлде. «Таланттар йондоҙлоғо» гала-концерты Өфөлә Китап-байрам фестивалендә үтәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ