Республика Башлығы Радий Хәбиров был тармаҡтың стратегик үҫеш планы менән таныштырҙы. –2030-сы йылға тиклем һөт етештереүҙе 1 миллион тоннаға еткереү бурысы ҡуйылды. Был маҡсата 30 цех булдырыла. Шулай уҡ, ҡош итен яҡынса 200 мең тоннаға, йомортҡа етештереү күләмен 1 миллиардҡа еткереү ҡарала, тине Радий Хәбиров.




