“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы изге сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Хажға сығыусылар фонд хеҙмәткәрҙәре булышлығында виза алды. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Рәсимә Сәғәҙәтова һалдат әсәһе.
Салауат районы Әлкә ауылынан Руслан Низамов та хажға бара. Ул тарих уҡытыусыһы, махсус хәрби операция ветераны.
Хаж ҡылыусыларҙың икенсе төркөмө 30 майҙа юлға сыға. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ярҙамында район һәм ҡалаларҙан 33 кеше хаж ҡылыу мөмкинлеге алды.




