Әбйәлил районында Оло Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарын таҙартыу буйынса өмә ойошторолдо

Экологик акцияға Амангилде, Буранғол, Рауил һәм Хәлил ауылдарынан 150-гә яҡын кеше ҡушылды. Халыҡ бындай сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Район халҡы автомобиль тәҙрәләренән юлға ташланған сүпте йыя, ағас ултырта, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары ярҙарын таҙарта. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Әбйәлил районы халҡы экологик өмәләрҙә тәүгә генә ҡатнашмай.Тап ошо ярҙарҙа халыҡ тәбиғәттә ял ойоштора. Көндәр йылыта башлау менән был биләмәлә ял итеүселәрҙән һуң күпләп көнкүреш ҡалдыҡтары өйөлөп ҡала. Шуға күрә әүҙем халыҡ, район советы, ауыл биләмәләре депутаттары, йәмәғәт берекмәләре һәм ирекмәндәр биләмәне таҙартырға сыҡты.

Беҙҙең районда һәр ваҡыт таҙа. Мин район хакимиәте, үҙемдең ирекмәндәр төркөмөм менән йылғаны таҙартырға сыҡтым. Беҙҙә Әбйәлил районы татыу, бик матур урындар бар һәм халыҡ таҙа йәшәй.

Лилиә Кузнецова, «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе

Йылғалар тәбиғәттең бер өлөшө. Шуға күрә беҙ уларҙы киләсәк быуындарға һаҡларға тейешбеҙ. Улал исем өсөн генә түгел, ә Ватан символы.

Таһир Бәхтигәрәев, Салауат баҡыр мәғдәне участкаһының Әбйәлил ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу предприятиеһы директоры

Тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса санитар өмәләр Амангилде, Буранғол, Рауил һәм Әбделмәмбәт ауылдарында үтте. Йыйылған сүп - сарҙы-полиэтилен тоҡсайҙарҙы, шешәләрҙе, быяла ҡалдыҡтарын өмәлә ҡатнашыусылар йөк машиналарына тейәне.

Бындай акциялар күптән үткәрелмәгәйне. Хәҙер беҙ класташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ менән аралаштыҡ. Был йәмәғәт эше яҡшы үтте.

Рауил Өмөтҡужин, Амангилде ауылында йәшәүсе

Осрашыу барышында Әбйәлил районы халҡы тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе, уларҙың фекеренсә, ул тәбиғәт ҡомартҡыларын юҡ итеүгә һәм эсәр һыу сығанаҡтарына зыян килтереүе ихтимал. Компания вәкилдәре:» Был хәүефһеҙ проект һәм ул бөтә экологик стандарттарҙы үтәп төҙөләсәк» тип ышандыра. Бынан тыш, компания 1500 самаһы эш урыны булдырырға, халыҡты эшкә урынлаштырырға ниәтләй. Шулай уҡ улар тау-байыҡтырыу комбинатында эшләргә теләүселәрҙе таусы һөнәрҙәренә предприятие иҫәбенә уҡытырға ла әҙер.

Беҙ тау-металлургия предприятиеһы ла, химия предприятиеһы ла түгел. Беҙҙең алда торған бурыс-тәбиғәткә мөмкин тиклем зыян килтермәү, шул уҡ ваҡытта иң юғары экологик стандарттарға яуап биргән комбинат төҙөү. Бының менән беҙ предприятие, республика һәм ил үҫтешенә этәргес бирәсәкбеҙ.

Таһир Бәхтигәрәев, Салауат баҡыр мәғдәне участкаһының Әбйәлил ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу предприятиеһы директоры
Башбат

Әбйәлилдәр ғәҙәттәгесә өмәләр үткәрә - йылға ярҙарын таҙарта, юл ситтәрендәге сүп-сарҙы йыйыштыра, ағастар ултырта. Был экологик акция тирә-яҡтағы таҙалыҡты тәьмин итеүҙән тыш, кешеләр менән аралашыу мөмкинлеген дә бирә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ