Башҡортостан вәкилдәренән госпиталгә ярҙам

Ауырғазы районының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар берлеге махсус хәрби операция биләмәһенә үҙҙәре тупланған гуманитар ылау илтте. Хәрби медицина учреждениеһында дауаланған һалдаттарға ярҙам күрһәтеү башланғысы менән ирекмән Айгөл Ғәбитова сығыш яһаған.

Ул үҙе «беренсе тирмә» республика проектында ҡатнашҡан. Госпиталдә - сменала эшләп ҡайтҡан. Шунда булғанда яугирҙарҙың ихтыяждарын өйрәндем. Ауырғазы районына ҡатҡас күмәкләп эш башланыҡ,- ти ирекмән. Госпиталдә дауаланған илебеҙ һаҡсыларына көндәлек әйберҙәр, гигиена кәрәк-яраҡтары килтерелгән. Шулай уҡ милли күстәнәс бауырһаҡ һәм сәксәк әҙерләгән. Махсус хәрби операция билмәһенә ярҙамды шәхси автомобилендә Чернобль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ветеран Гегель Ғәбиҙуллин илткән.

Гуманитар ярҙам таратылғандан һуң, ирекмәндәр Луганск ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап сәфәр ҡылды. Улар тәү сиратта 2014 йылғы ваҡиғаларҙы хәтерләткән мемориалдарға туҡталды. Украина фашистарының ҡара эштәре онотолорға тейеш түгел. ти ауырғазы ирекмәндәре.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ