Һөт етештереү 6,5 % артҡан: Борай тәжрибәһе республика өсөн өлгө

Республика ауыл хужалыҡтарында һауым күрһәткесе артҡан. Борай районынан фермер хужалығы тәүлегенә урындағы заводҡа 12 тонна самаһы һөт тапшыра. Бер һыйыр башына 23 литр тура килә. Шул уҡ ваҡытта урындағы хужалыҡ тоҡомсолоҡ эшен дә яйға һалған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Борай районы Әзәк ауылындағы фермер хужалығы башлыса һөтсөлөк йүнәлешендә махсуслашҡан. Төп килемде лә улар аҡтан ала. Шуға ла етәкселек тоҡомсолоҡто хәстәрләп урында уҡыу-уҡытыу сараларын да йәнәш алып барырға тырыша. Бөгөн урындағы ветеринарҙарҙы малдарҙы яһалма ҡасырыу, УЗИ үткәреү буйынса төплө дәрес алды.

Республика ярҙамы менән хужалыҡ былтыр 120-нән ашыу тоҡомло һыйыр һатып алыуға өлгәшә. Бөгөн мал башы 600-гә еткән. Һауым күрһәткесе былтырғынан айырмалы юғары. Тәүлегенә генә 12 тонна аҡ күрше һөт заводына оҙатыла. Бер литры 48 һумдан билдәләнгән.

Дөйөм алғанда, бөгөн төбәктә йәмғеһе 60-нан ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Улар төрлө тармаҡта махсуслашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, эш фәнни яҡтан да ныҡлы үҫеш алған.

Әйткәндәй, һуңғы биш йылда республиканың агросәнәғәт предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме 40 процентҡа күтәрелһә, һөт 6,5 процентҡа артҡан. Был турала Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһаны. Республика етәкселеге 2030 йылға тиклем 30 һөтсөлөк комплексы төҙөләсәге һәм модернизацияланыуын билдәләп үтте. Һәм ул ил кимәлендәге иң ҙур һөт комплекстарының береһе буласаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ