Өфөлә фольклорға арналған халыҡ-ара конференция башланды

21-се быуат фольклоры, фәнни эҙләнеүҙәр тәжрибәһе, үҫеше. Өфөлә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бөгөн ошондай исем аҫтында халыҡ-ара конференция башланды.

Фәнни-ғәмәли сара быйыл 4-се тапҡыр ойошторола. Был юлы ул Башҡортостандың халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәеваның 70 йәшенә һәм «Урал батыр» эпосына арнала. Сарала Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Алтайҙан абруйлы ғалимдар ҡатнаша. Конференция уҡыу йортоноң «Урал-манас» кабинетында үтә, ул ғалимә Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы етәкләгән башҡорт фольклоры ғилми үҙәгененең тырышлығы менән асылған. Тарихи ҡатмарлы осорҙа халыҡ ижадын, рухиәтен өйрәнгәндә, уның йомаҡтарын асҡанда, тамғаларҙың асылын аңлағанда ғына объектив һығымталарға килә алабыҙ, ти Розалиә Солтангәрәева. Ғалимә, сәсәниә ғилми-ғәмәли конференцияны ойоштороусыларҙың береһе лә булып тора.

Халыҡ-ара конференцияла фольклор гәүһәрҙәрен һаҡлау, өйрәнеү, киләһе быуынға еткереү тураһында һүҙ бара. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тормош нәсихәте булырҙай мираҫ ҡалдырған, уларҙы өйрәнеү, ҡулланыу мотлаҡ, тип билдәләне ғалимдар. Сарала ҡатнашыусылар ошо юҫыҡта ҙур эш алып барған Розалиә Солтангәреваның эшмәкәрлеген айырым билдәләп үтте. Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы гуманитар йүнәлеште үҫтереүгә тос өлөш индергән, халыҡ-ара кимәлдә эшләгән, Башҡортостан сәсәндәр мәктәбен булдырған арҙаҡлы ғалимә, сәсәниә.

Волна
Акции БСТ