Сыңғыҙ Айытматовтың «Хуш бул, Гөлсара!» һәм «Быуаттан оҙаҡҡа һуҙылған көн» әҫәрҙәре буйынса спектакль ҡуйыласаҡ. Уның режиссеры итеп Уланмырҙа Ҡарыпбаев саҡырылған. Ул Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Рәсәй, Көньяҡ Корея теарҙарында киң билдәле. Ижадсы башҡорт тамашасыһы өсөн дә яҡшы таныш. Былтыр Өфөлә үткән «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә «Аҡ пароход» спектакле өсөн «Иң яҡыш режиссер эше» номинацияһы еңеүсеһе булып танылды. Әлеге ваҡытта Башҡорт академия драма театры труппаһы ҡырғыҙ режиссеры менән яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эш башлаған.




