“Башҡортостан” полкына ҡараған хәрби берләшмәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итә. “Луна” ҡушаматлы шәфҡәт туташы Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында эшләй. “Тәүҙә һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ебәрҙеләр. Артабан Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнөм”, - ти ул.
Альфредовна ҡушаматлы яугир Кушнаренко районынан. Ул – ашнаҡсы.




