Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ғаилә башлығы Шамил Биктимеров Прибельский шәкәр заводы белгесе була. Бер нисә йыл Рәсәй төбәктәрендә вахта ысулы менән эшләй. Унан хәрби хеҙмәткә юлланырға ҡарар итә. Кесе улы Данил армияла булып ҡайтҡандан һуң ҡыйыу аҙым яһай. 2023 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Шамил Биктимеров фронтта яралана. Дауаланғандан һуң алғы һыҙыҡта хеҙмәтен дауам итә. Биктимеровтар - герой ғаилә. Улар наградалары һәм батырлыҡтары тураһында һөйләп бармай. Патриоттарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уларға сәләмәтлек, иҫән-һау тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, - тип белдерҙеләр Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән.




