Иртәгә баш ҡалала “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе башлана. Совет майҙаны китап һөйөүселәрҙең осрашыу урыны була. Сарала эре нәшриәттәр, китап кибеттәре, китапханалар ҡатнаша. Донъя, рус һәм милли әҙәбиәт, шулай уҡ матбуғат күргәҙмәһе эшләй. Йәрминкәлә танылған әҙиптәр, рәссамдар, артистар, сәнғәт белгестәре ҡатнаша. Форумдың беренсе көнө “Ҡаһарманлыҡ тураһында һүҙ” тигән девиз менән үтә. Ул бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияға арнала. Өфөлә Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы була. Фестиваль барышында Армия мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Республика театрҙары һәм Рәсәй армияһы театры хәрби темаға бағышланған спектаклдәр тәҡдим итә.




