“Эшҡыуарлыҡ аҙналығы” барышында баш ҡалала “Ҡатын-ҡыҙ бизнесы көнө” үтә. Сараны эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары, йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары булышлығында Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойошторған. “Маҡсат ҡуя белеү һәм уға ынтылыу мөһим”, - ти “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Яна Васильева.
Гөлшат Туҡаева Башҡорт дәүләт аграр университетында сит ил студенттарын уҡыта. Форум эшендә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. “Сара бизнес серҙәрен өйрәнеү майҙансығы булып тора”, - тигән фекерҙә.
“Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” ойошмаһы Рәсәйҙә 20 йылдан ашыу эшләй, Башҡортостанда уның бүлексәһе ике йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо осорҙан алып ойошма эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 300 гүзәл затты берләштергән.




