Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша

Ҙур сара Ҡазанда үтә. Беҙҙең театр “Дядя Ваня” спектаклен тәҡдим итә. Ул төп программаға индерелгән. Тамаша 14 июндә күрһәтелә. Башҡортостан артистары спектаклдә Мари милли театры артистары менән бергә уйнай. Халыҡ-ара театр олимпиадаһы 1990 йылдан башлап ойошторола. 2001 йылда ул Мәскәүҙә, 2019-ҙа Санкт-Петербургта үтте.  Ике йыл элек Будапешта уҙғарылды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры унда “Ҡара йөҙҙәр” спектакле менән ҡатнашты. 9-22 июндә Татарстанда шулай уҡ “Науруз” халыҡ-ара төрки халыҡтар фестивале була. Унда Ҡазағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан һәм башҡа төрки дәүләт театрҙары ҡатнаша.

Фото №1 - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша
Волна
Акции БСТ