Баш ҡалала “Рәсәй һыуы” федераль акцияһы була

Ул Инорс биҫтәһендә Йылы күле һәм Өфө йылғаһы ярында ойошторола.   Баш ҡала хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Өмә барышында биләмә сүп-сарҙан таҙартыла. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан акцияла ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы өс төбәк исемлегенә ингән. Тирә-яҡты тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа 110 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. 5 километрҙан ашыу биләмәлә көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған. “Рәсәй һыуы” федераль проекты “Экологик именлек” милли проектының бер өлөшө иҫәпләнә. 11 йыл эсендә акция илдең 89 төбәгенән 11 миллион кешене берләштергән. Волонтерҙар 10 меңдән ашыу һыу ятҡылығын таҙартҡан.

Фото №1 - Баш ҡалала “Рәсәй һыуы” федераль акцияһы була
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ