Өфө пляждарының барыһында ла һыу инеп булмаясаҡ

1 июндә  рәсми һыу  инеү миҙгеле  асыла.  Комиссия  ял итеү урындарын тикшерҙе.  Ағиҙел һәм Өфөләге  11 пляждың етәүһендә  һыу инеү тыйыласаҡ, тип  хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау  идаралығынан.  Был биләмәләрҙә  һыу  кимәле  юғары, ҡомлоҡтар дымлы. Шуға  уларҙа  һыу  инеү ваҡыты  кисектерелергә  тейеш.  Рәсми пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итәсәк.

Фото №1 - Өфө пляждарының барыһында  ла һыу  инеп булмаясаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ