Һәләк булған яугир ҡатындарына уларҙың автомобилен ҡулланыу мөмкинлеген бирелә

Әлеге ҡанун буйынса, транспорт хужаһы үлгәндән һуң автоинспекция дәүләт теркәүен туҡтата, был машинаны файҙаланыу тыйыла. Дәүләт Думаһы депутаттары ошо законға төҙәтмәләр индерҙе. Проект беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Яңы документҡа ярашлы, махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән хәрбиҙәрҙең ҡатындарына ирҙәренең техникаһын йөрөтөү хоҡуғы бирелә. Закон тулыһынса ҡабул ителгән осраҡта, нотариуста тейешле таныҡлыҡ алырға һәм ОСАГО полисы эшләтергә кәрәк.

Фото №1 - Һәләк булған яугир ҡатындарына уларҙың автомобилен ҡулланыу мөмкинлеген бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ