Рәсәй йәмәғәт палатаһы кәңәшмәһе үтте. Унда юғары белем биреү йорттарында патриотик эш алымдарын ҡулланыуға иғтибар булды. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Йосопова.
Бөгөнгө көндә патриотик тәрбиә биреү мөһим, – тип билдәләне Рәсәй йәмәғәт палатаһының Юғары белем һәм фәнде үҫтереү буйынса комиссияһы вәкиле Рәмил Рәхимов.
Рәсәй йәмәғәт палатаһы комиссияһы тулы составта тәүге тапҡыр ил төбәгендә ултырышын уҙғара. Иң беренсе булып Башҡортостан һайланды.




