«Йәш армия» хәрәкәтенә 9 йыл тулыу уңайынан осрашыу үтте

«Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-илһөйәрлек хәрәкәтенең 9 йыллығы уңайынан Иглин районында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Район хакимиәте етәкселеге, хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге вәкилдәре үҫеп килгән быуын менән осрашып, Ватан төшөнсәһен аңлатты. Шулай уҡ сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Рэд» ҡушаматлы яугир ҙа саҡырылғайны, ул алғы һыҙыҡта барған көсөргәнешле алып барышы, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Сара аҙағында «йәш армеецтар» үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ