Йыл һайын ойошторолған күләмле бәйгелә 7, 8 һәм 10 класс уҡыусылары ҡатнашты. «Президент уйындары» барлығы 70 малай-ҡыҙҙы берләштерҙе. Ярышта балалар йүгереүҙә, һикереүҙә, күңелле старт уйындарында көс һынашты. Һөҙөмтәлә Аҡъяр һәм Уфимский ауылы командалары еңеү яуланы. «Президент уйындары» Бөтә Рәсәй спорт ярышы Владимир Путин указы буйынса 2010 йылдан ойошторола.



