Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресе уҡытыусылары менән осрашты. «Патриот» паркында үткән сарала республиканың бөтә район-ҡалаларынан йыйылған 250 педагог ҡатнашты. Төбәк башлығы Радий Хәбиров илһөйәрлек рухындағы тәрбиә әһәмиәте, уҡытыусылар алдында торған маҡсаттарға ҡарашы менән уртаҡлашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм ватанды һаҡлау» 2024 йылда уҡыу программаһына индерелгән яңы дәрес. Унда V - XI синыф уҡыусылары башланғыс хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен, шулай уҡ хәрби уставты өйрәнә, Рәсәй закондары менән таныша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡытыусылар менән осрашып йәш быуынды тәрбиәләүҙәге бурыстарға туҡталды.
Төбәк етәксеһе менән осрашыуҙа 250 уҡытыусы ҡатнашты. Улар тырышлығы менән «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресендә балалар һәм үҫмерҙәр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотоу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемен камиллаштыра. Уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү яңы дәрестең төп маҡсаты булып тора.
Башҡортостанда «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм ватанды һаҡлау» дәресен уҡытыу өсөн 1283 педагог махсус әҙерлек үткән. Уҡытыусыларҙың төп өлөшөнөң хеҙмәт стажы 20 йылдан ашыу. Малай-ҡыҙҙарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәктәп программаһы менән генә сикләнмәй. Үҫмерҙәр «Патриот « паркында башланғыс хәрби әҙерлек курстарын үтә , кадет кластарында белем ала һәм патриотик ярыштарҙа ҡатнашып енеүҙәргә өлгәшә.
Флорида Ким




