Өфөлә «Клиника, генетика, лаборатория – 2025» конференцияһы үтте

Өфөлә Рәсәй генетиктары осрашты. «Клиника, генетика, лаборатория - 2025» исеме аҫтында үткән дисциплина-ара ғилми-ғәмәли конферция тармаҡ үҫешенә бәйле һорауҙарҙы, заманса технологияларҙы файҙаланыу, белгестәр әҙерләү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алды. Форумда Генетиканы өйрәнеү өлкәһендәге һуңғы ғилми асыштар, айырым докладтар ҙа тәҡдим ителде. Конференция һуңында донъяуи кимәлдә танылған белгестәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ