Сараға төҙөлөш, күсемһеҙ милек, ремонт өлкәһендә эшләүселәр, дизайнерҙар йыйылды. Ҡатнашыусылар алдында федераль, республика белгестәре сығыш яһаны. Осрашыу барышында шәхси бренд булдырыу, тармаҡтың һуңғы яңылыҡтары, шулай уҡ дизайн объекттарын хоҡуҡи яҡлауға ҡағылышлы төп мәсьәләләр ҡаралды. Темаларҙың береһе - яһалма интеллектҡа бағышланды.
Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә бағышланған аҙналыҡ Башҡортостанда 1999 йылдан алып уҙғарыла. Уны эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары, йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары булышлығында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойоштора. Тематик аҙна сиктәрендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, хеҙмәткәрҙәрҙе эҙләү, халыҡ алдында сығыш яһау темаларына арналған 60-тан ашыу сара планлаштырылған.



