Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 92-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Ошо уңайҙан тамашасылар иғтибарына драматург Сәрүәр Суринаның «Зәйтүнә» спектакле премьераһы тәҡдим ителде. Ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән әҫәр Миәкә районынан Зәйтүнә Әлибаеваның батырлығы тураһында. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙары менән тиңһеҙ алышта һәләк була. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Салауат Башҡорт дәүләт драма театры сираттағы ижад миҙгелен емешле тамамланы. Йыл коллектив өсөн һәр ваҡыттағыса сағыу ваҡиғаларға бай. «Пушкин картаһы» федераль программаһы ярҙамында мәҫәлән, 17 меңдән ашыу йәш тамашасы театрға килгән. Улар араһында республика төбәктәре һәм Рәсәй ҡалаларына ла гастролдәр ойошторолған. Театр репертуары яңы спектаклдәр менән байытылған. Сираттағы әҫәр миҙгел ябылыуы уңайынан сәхнәләштерелде.

«Зәйтүнә» драмаһы ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп ижад ителгән. Миәкә районынан 20 йәшлек Зәйтүән Әлибаева элемтәсе булып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул немец разведчиктары менән һуңғы патронына тиклем алышҡан һәм Ҡалмыҡ республикаһының Садовое ауылы эргәһендә ерләнгән. Тик был турала батыр яҡташыбыҙҙың туғандары белмәй һәм оҙаҡ йылдар эҙләнеү эштәре алып бара. Рәсми документтарҙа ул 30 йыл хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Эҙәрмәндәр отряды ярҙамында шәхесе асыҡланғас элемтәсе мосолман ҡанундары буйынса ҡабат ерләнә. Бөгөн Зәйтүнә Әлибаева ике республиканы Бөйөк Ватан һуғышы хәтере менән бәйләп тора. Ҡалмыҡ республикаһы Садовое ауылының бер урамына Зәйтүнә Әлибаеваның исеме бирелгән, биләмәлә һәйкәл ҡуйылған.

Аншлаг менән үткән премьеранан һуң да, килгән халыҡ таралырға ашыҡманы. Театр фойеһында улар Стәрлетамаҡтың «Ҡара генерал» эҙәрмәндәр отряды юлыҡҡан хәрби артефакттар күргәҙмәһе менән танышты. Экспозиция тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, улар һәр табылдыҡтың тарихын иғтибар менән тыңланы, һорауҙарға яуап алды. Ижад миҙгеле ябылыуы уңайынан уңыштарҙы билдәләү ҙә матур йолаларҙың береһе.

Азат Ғәлиуллин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ