Республика йортонда «Инвестиция сәғәте» форматында үткән ултырышта ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды. Тәүге проектҡа ярашлы, Ишембай районында ферма һәм сыр етештереү производствоһы төҙөлөшө планлаштырылған. Быға тиклем инвестор Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәмәғәт туҡланыуы буйынса бер нисә ойошма асҡайны, бизнесты киңәйтеү планлаштырыла. Төҙөлөшкә 245 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Республиканың Инвестиция комитеты проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерҙе. Эшҡыуарға ер участкаларын рәсмиләштерүгә ярҙам буласаҡ, шулай уҡ тоҡомло мал һатып алғанда сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.
Ултырышта баш ҡаланың Октябрь районында транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыс та хупланды. Проектҡа ярашлы вертолеттарҙы ҡабул итеү һәм осороу терминалы, бәләкәй авиацияны хеҙмәтләндереү өсөн заманса майҙансыҡ төҙөлөшө планлаштырылған. Шулай уҡ республиканың инвестиция комитеты Октябрьский ҡалаһында медицина клиникаһы төҙөлөшө проекты менән Салауат ҡалаһында металл конструкцияларҙы һаҡлау буйынса склад төҙөү башланғысын да өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерҙе



