Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙарына арналған картиналар күргәҙмәһе асылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда махсус хәрби операция яугирҙарына арналған «Үҙебеҙҙең геройҙар» тип аталған картиналар күргәҙмәһе асылды. Фойелағы экспозицияла 30-ҙан ашыу ижад емеше урын алған. Уларҙың авторҙары Вера Фролова, Марат Мөхәмәтйәнов, Ольга Винокурова. Картиналар араһында Рәсәй геройҙарының, «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнеүселәрҙең портреттарын да, алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең көнкүреш шарттарын да күрергә мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ижад емештәренең хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим роль уйнауын һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булыуын билдәләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ