Нефтекамала 14 йәшлек малай һыуҙа батып үлгән

Нефтекамала 14 йәшлек малай һыуҙа батып үлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер башҡа балалар менән Ҡарман гидроэлектростанцияһы эргәһендә һыу ингән. Уның кәүҙәһен водолаздар сығарған. Күңелһеҙ статистика күрһәтеүенсә, республика буйынса май айында ғына өс бала һыуға батып һәләк булған. Ҡотҡарыусылар, көн эҫетһә лә, әлегә йылға-күлдәр йылынып өлгөрмәгән тип иҫкәртә һәм һаҡ булырға кәңәш итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ