Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды, ул өс көн дауам итә. Быйыл унда Рәсәй төбәктәренән йөҙҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша, Белоруссия һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан, шулай уҡ тәүге тапҡыр Ирандан да яңы баҫмалар тәҡдим ителә. Уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған күләмле фестивалдән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.
«Китап-байрам» фестивален асыу тантанаһы изге йоланан башланды. Быйыл халыҡ ижадының бөйөк ҡомартҡыһы - «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Башҡортостан Милли музейына һаҡлауға тапшырылды. Республика башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Рәсәйҙең әҙәби флагманы статусын лайыҡлы йөрөткән республикабыҙ менән ғорурланыуын белдерҙе.
Республиканың юғары исемгә лайыҡ булыуы осраҡлы түгел. Былтыр мәртәбәле сарала 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны, 73 меңгә яҡын китап һатылды.
Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Һүҙ көсө, ҡөҙрәте» күрһәтелә. Өсөнсөгә уҙғарылған фестиваль йәнә ижад кешеләрен берләштерҙе.
Быйыл форумдың тәүге көнө «Ҡаһарманлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында үтә, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияға арналған. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте лә Ватан һаҡсыларының яу юлын сағылдырған, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек темаларын күтәргән яңы китаптар баҫтырған.
«Китап-байрам» Халыҡ-ара йәрминкәһе сит ил ҡунаҡтарында ла һоҡланыу тойғоһо уятты. Ҡырғыҙстандан филология фәндәре докторы, профессор Ибраһим Абдулвәлиев та сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
Өфөнөң Совет майҙанында теҙелгән сатырҙарҙа төрлө жанрҙағы китаптар, улар тиҫтәләп, йөҙҙәрсә дана менән кәштәләргә ҡуйылған. Сит ил нәшриәттәренә лә ҡыҙыҡһыныу белдереүселәр күп.
Халыҡ-ара йәрминкә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң көслө нәшриәттәрен берләштерҙе. Китап кәштәләре бушаған арала яҙыусылар, китап авторҙары менән осрашыуҙар, илһөйәрлек саралары үтә. Майҙанда Һәр кем күңеленә яҡын шөғөл дә таба ала
Фестивалдең һәр көнө айырым концепция буйынса үтә. Иртәгә «Мәңгелек тураһында һүҙ» буласаҡ, йәғни классик әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирелә, ә бына йәкшәмбе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала, үҫеп килгән быуында китапҡа һөйөү тәрбиәләү ҙә бит сараның төп маҡсаттарының береһе
Гөлназ Хәйбуллина




