Өфөлә бер төркөм әҙиптәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары сафы тағы бер әҙипкә артты. «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уңайынан бөгөн асылған «Өфө йүкәләре» скверында бер төркөм әҙиптәр юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында Гөлнур Яҡупова ла бар, Ҡатындар трилогияһы авторы хәҙер халыҡ яҙыусыһы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Гөлнур Яҡупова юғары дәүләт наградаһына бөгөн яҙыусылар өсөн тарихи ваҡиғала лайыҡ булды. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙын әҙәбиәт һөйөүселәр шиғриәт менән бергә, күләмле проза әҫәрҙәре аша танып белә. Башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән Ҡатындар трилогияһы илдә иң уҡымлы китаптарҙың береһе булып таныла. Ул бер нисә тапҡыр нәшер ителә. .

Халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова кеүек әҙәбиәт донъяһын тағы ла юғары бейеклектәргә күтәрелергә мөмкинлектәр бар. Яңыртылғандан һуң, ниһайәт, Яҙыусылар йорто файҙаланыуға тапшырылды.

Тап еңел булмаған сәфәр һөҙөмтәһе булып бер-бер артлы шиғырҙар, хикәйә-повестар ижад ителә. Улар республика ваҡытлы матбуғат биттәрендә генә түгел, хатта илдәге нәшриәт йорттарында ла донъя күрә. «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе лә Башҡортостан яҙыусылары башланғысында үтә. Республика етәкселеге тарафынан ҙур хуплау тапҡан форум менән бергә, Яҙыусылар берлеге йорто ла яңырыу кисерҙе.

Баш ҡаланың рәсми булмаған гимны исемен бынан ары сквер ҙа йөрөтәсәк. «Өфө йүкәләре» тип аталған ижади майҙансыҡта ҡасандыр гараждар урынлашҡан тип әйтерлек тә түгел.

Яҙыусылар һорауы буйынса, бина эсендәге планировка үҙгәрешһеҙ ҡалған. Фасадындағы элементтар ҙа тарихи йөҙөн һаҡлаған. Әйткәндәй, Өфөлә уға оҡшаш бина башҡа юҡ. Төҙөкләндереү барышында бик күп ҡыҙыҡлы әйберҙәргә лә юлығырға тура килгән.

Таш йорт XIX быуат аҙағында төҙөлгән. Заманында бында сауҙагәрҙәр йәшәй, һуңынан бина ятаҡ булараҡ та хеҙмәт итә, ә Яҙыусылар союзына ул ҡәләм оҫталарының ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн бүләк итеп тапшырыла. Яңыртылған объектта республиканы данлар күләмле әҫәрҙәр яҙылыр, йәштәрҙе лә ылыҡтырырына өмөт уяна.

Азат Ғәлиуллин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ