Унда Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Дуҫ йәшәйек» проектына йомғаҡ яһалды. Проект сиктәрендә «Сәләм» телеканалы һәм райондарҙа эшләүсе телестудиялар ауыл ерендә йәшәүсе күп балалы ғаиләләр тураһында тапшырыуҙар циклын әҙерләгән. Проект юҡҡа ғына булдырылмай. «Сәләм» телеканалы тамашасылары араһында һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, тамашасыларҙың 77 проценты Башҡортостан буйлап сәйәхәт һәм 30 проценты ауылда йәшәү тураһында тапшырыуҙар күрергә теләк белдерә. «Дуҫ йәшәйек» проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан 2 миллион һум грант бүленә.
«Дуҫ йәшәйек» проектын йомғаҡлау сараһында телестудиялар хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. «Яңылыҡтар» журналистикаһында рус һәм башҡорт телендә эшләүсе мөхәррирҙәр, алып барыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте.



