Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан һәм Ирандан нәшриәттәр тәүге тапҡыр продукцияһын тәҡдим итә. Был турала сараны ойоштороу комитетынан белдерәләр. Быйыл форумда 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы булыуы көтөлә. Йәрминкә иртәгә Өфөлә Совет майҙанында башлана. Был сара Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарыла.




