Бина майҙансығында урам сәхнәһе, фекер алышыу аллеяһы булдырылған, арт-объект бар, йүкә ағастары ултыртылған. “Ижад йортон файҙаланыуға тапшырыу китап байрамына оло бүләк булды”, - тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Гөлфиә Юнысова һәм Ҡәҙим Аралбаев.
Тантаналы сарала Республика Башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров яҙыусыларға илһамлы ижад теләне, әҙиптәргә һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Гөлнур Яҡупова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ булды.
“Китап Байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала. Сара 1 июндә тамамлана.




