Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында Золотоношка ауылында хәтер мемориалын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарға бағышланған мемориаль комплекс «Атайсал « проекты сиктәрендә сафҡа индерелде. Меценат Юрий Кийко тырышлығы менән Золотоношка ауылында иҫке сиркәү төҙөкләндерелгән, урамдар тәртипкә килтерелгән. Илһөйәрлек байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына иҫтәлекле объект. Золотоношка ауылында асылған хәтер мемориалы төрлө йылдарҙа ил өсөн һәләк булған яугирҙарға арнала. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында урынлашҡан иҫтәлекле комплекс «Атайсал» проекты буйынса меценат, билдәле офтальмолог Юрий Кийко һәм уның улдары ярҙамында төҙөлгән. Ауылда мемориалды тергеҙеү өсөн Кийко ғаиләһе 14 млн һум аҡса йүнәлткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин менән яңы объектты асыу тантанаһында ҡатнашты.
Мемориаль комплекс алдында Советтар Союзы геройы Яков Ткаченко бюсы урынлашҡан. 3-сө Белорусь фронтының капитан вазифаһында ул Көнсығыш Пруссия йүнәлешендә яраланған килеш батальон менән ҡаһармандарса идара итә. Яков Ткаченко иҫтәлегенә бюст асыу яҡташтар өсөн оло әһәмиәткә эйә, сөнки бөгөн ир-егеттәр алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәй. Республика етәксеһе реабилитацияға ҡайтҡан яугирға Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
Мәскәүҙә эшләүсе билдәле офтальмолог, медицина фәндәре докторы Юрий Ильич һәм уның улдары Андрей һәм Михаил Кийко Кесе Ватаны - Стәрлетамаҡ районында байтаҡ изге эштәр башҡара. Мемориаль комплекстан башҡа ауылдағы сиркәү һәм часовня уның тырышлығы менән төҙөлгән.
Золотоношка ауылында 1906 йылда төҙөлгән Изге Богородица сиркәүе төрлө йылдарҙа ябылып, эшмәкәрлеген туҡтата. Юрий Кийко сиркәүҙе тәүге кимәленә яраҡлы тергеҙеп, иконалар бүләк итә. Был иҫтәлекле иконаларҙың күбеһе изге Афон тауынан килтерелгән, уларҙың байтаҡ өлөшө 18-19 быуаттарҙа эшләнгән. Бөгөн ғибәҙәтхана ауылдың рухиәт үҙәге булып тора, сиркәү диндарҙарҙан тыш туристарҙы йәлеп итә.
Золотоношка ауылында ойошторолған күргәҙмәлә урындағы халыҡтың ҡул эштәре урын алды. Һәүәҫкәр артистар концерты ауылдаштарҙың байрамына йәм өҫтәне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашысыларға бағышланған күргәҙмә ауылдаштарҙы берләштергән үҙәккә әйләнде.
Флорида Ким




