Башҡортостандың тиҫтәләгән муниципалитетында һабан байрамы рухи күтәреңкелектә, ойошҡанлыҡ менән үтте. Күңелле йыр-моң, ялан батырҙары тәбрикләнгән, батырҙар бил һынашҡан майҙандарға БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова байҡау яһаны.
Ауырғазы районы үҙәге Талбазы ауылы янындағы баҫыуҙа һабантуй йылдағыса киң күләмле ойошторолдо. Урал күле буйындағы « һабантуй « яланына меңәрләгән тамашасы йыйылды. Байрамды тамаша ҡылырға килгән халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы концерт программаһы тәҡдим ителде, күргәҙмәләр эшләне. Сәхнә түрендә баҫыу уңғандары, тырыш малсылар тәбрикләнде.
Ҡунаҡтарға махсус майҙансыҡта тирмәләр ҡоролған, унда милли ризыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Малай-ҡыҙҙар өсөн күңелле уйындар һәм спорт ялыштары ла ойошторолдо. Егеттәр балаҫта бил һынашты.
Һабантуй программаһының иң ҡыҙыҡлы өлөшө - ат сабышын да халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Һыбайлылар махсус әҙерләнгән юртаҡтарҙа ҡатмарлы боролоштар яһаны, грациоз хәрәкәттәр менән ҡулса буйлап йөрөнө. «Ылаҡ» милли уйынында ла көсөргәнешле мәлдәр күп булды. Өс команда араһында ылаҡты беренсе булып ҡаҙанға ташлау буйынса көрәш сәмле барҙы.
Бөгөн республиканың тиҫтәләгән районында һабантуйҙар гөрләне. Башҡортостандың ҡалған муниципалитеттарында ла ул июндә уҙғарыласаҡ. Өфө районында һабантуй - 7-се, Салауатта 14-се июндә , халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған Һуңғы йомғаҡлау һабантуйы 19 июлдә Белорет районында уҙасаҡ.
Гүзәл Борханова



