Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән

Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән. «Зодиак» ҡушаматлы яугир рота командиры яраланғас, төркөм менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, хәрби бурысты үтәп, шәхси составтың юғалыуына юл ҡуймай. Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отряды эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.

Башҡорт штурмовигы алғы һыҙыҡта ҙур батырлыҡ күрһәткән. «Зодиак» ҡушаматлы яугир рота командиры яраланғас, төркөм менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, хәрби бурысты үтәп, шәхси составтың юғалыуына юл ҡуймай. Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отряды эшмәкәрлеге менән хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов танышты.

Штурмовиктар хәрби позицияға сығыр алдынан етди инструктаж үтә. Был исем өсөн генә түгел, ә операцияның аныҡ планын билдәләргә, егеттәрҙең хәрби рухын күтәрергә булышлыҡ итә. Ватан һаҡсыларының үҙ талисманы ла бар. Бәлки сит кешегә уның матди ҡиммәте лә юҡтыр, әммә хужаһы өсөн ул күңел көсө бирә.

Штурмовиктар беренсе булып алға бара, дошман менән күҙмә-күҙ осраша, башҡа подразделениеларға юл аса. Тап улар неонацистарҙың нығытылған позицияларын өҙөүҙә һәм стратегик мөһим объекттарҙы баҫып алыуҙа төп роль уйнай.

Дини тойғолар көн һайын үлем йөҙөнә ҡарарға күнеккәндәргә лә ят түгел. Алғы һыҙыҡҡа барыр алдынан хәрбиҙәргә доға ҡылыу йәки изге урындың тыныслығын тойоу ҙа мөһим.

Интенсив хәрби бәрелештәр ваҡытында юғалтыуҙарһыҙ ҙа булмай. Шуға ла Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отрядында шәхси составты әҙерләүгә, уларҙы заманса ҡорал һәм һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ