Ҡотҡарыусылар халыҡҡа һыу инмәй торорға кәңәш итә

Республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, йылға һәм күлдәрҙә һыу әле йылынып бөтмәгән. Был кеше ғүмеренә,сәләмәтлегенә хәүефле булыуы  мөмкин. Быйыл Башҡортостанда 192 рәсми пляж асылырға тейеш. Уларҙа ҡотҡарыусылар дежур итә. Алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһының түбәнәйеүе  көтөлә.

Фото №1 - Ҡотҡарыусылар халыҡҡа һыу инмәй торорға кәңәш итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ