- Бында 107 социаль координатор эшләй. Улар махсус хәрби операция ветерандарына, яугирҙар ғаиләләренә һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Ике йыл эсендә 116 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 41 мең кеше ярҙам алған. Беҙҙең яугирҙарға иғтибар кәрәк. Бындай эште дауам итәбеҙ, - тип яҙа Республика Башлығы социаль селтәрҙә. Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы 2023 йылдың 1 июнендә эш башланы.




