Республика төбәктәрендә һабантуйҙар старт алды. Тәүге һабан байрамдары Башҡортостандың 10 муниципаль берәмегендә үтте. Бөрйән районында хеҙмәт байрамы Күҙембәт яланында ойошторолдо. Сара милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йыр-моңға ла бай булды. Бөрйән һабантуйынан хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Урал батыр рухын һаҡлаған Бөрйән районында һабантуй халыҡсанлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бында ата-бабаларҙан ҡалған, быуаттар буйы һаҡланған тарихи ҡомартҡыларҙы ла, онотолоп ҡалған кәсептәрҙе лә, ошо ерлектә генә таралған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы ла күрергә мөмкин. Бөрйәндәр өсөн һабантуй ысын мәғәнәһендә быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы байрам булып тора. Тирмәләр биләмәһе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын хәтерләтә.
Һабантуйҙа йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү темаһына ла, махсус хәрби операция ҡаһармандарына ла айырым иғтибар бүленә. Бөрйән районы гуманитар ылауҙар ойоштороу буйынса ла алдынғы урында тора. Һабантуй майҙанында ла окоп шәмдәре әҙерләү, маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Концерт программаһы ла улдарын, ирҙәрен көткән гүзәл заттарҙың, алғы һыҙыҡҡа юлланған яугирҙарҙың уй-кисерештәрен сағылдыра.
Таулы-урманлы зонала урынлашҡан Бөрйән районында ауыл хужалығы культуралары баҫыуҙары ҙур түгел, булған майҙандарҙа сәсеү эштәре ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарылған. Әммә Бөрйәндә ауыл хужалығының мөһим тармағы - умартасылыҡ үҫешкән. Төбәк солоҡ балы менән дан тота. Районда урман сәнәғәте, туризм үҫешкән, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Һабантуй майҙанында уларҙың уңыш-ҡаҙаныштарын күрергә мөмкин. Байрам программаһы милли уйындарға, спорт ярыштарына ла бай. Бөрйәндәр уғатарҙары менән дан тота, улар араһында хатта Рсәй йыйылма командаһына ингәндәр ҙә бар.
Һабантуй тәү сиратта игенселәрҙең байрамы тип һаналһа ла, ул ергә береккән хеҙмәт кешеһен данлау, хөрмәт күрһәтеү сараһы. Шул уҡ урмансылар ағас үҫтерә, малсылар ит, һөт ризыҡтары менән тәьмин итә, тимерселәр ҡоролмалар эшләй, уҡытыусылар уларҙың балаларына белем бирә, медицина хеҙмәткәрҙәре дауалай. Йәғни, һабантуй фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған төйәген күтәргән һәр ер кешеһенең байрамы, шуға күрә лә был сара юғары рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф менән шаулап-гөрләп үтә лә инде.
Рәмзиә Кәримова



