Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов рәйеслегендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә арналған ведомство-ара комиссияның ултырышы үтте.
Һөйләшеү барышында билдәләнеүенсә, республикала йыл башынан алып 759 авария теркәлгән, уларҙа 93 кешенең ғүмере өҙөлгән, 930 кеше тән йәрәхәттәре алған. Иң аяныслыһы, юл фажиғәләрендә зыян күреүселәр араһында балалар һаны артыуы. Әммә белгестәр билдәләүенсә, ыңғай үҙгәрештәр ҙә юҡ түгел. Бар күрһәткестәр ҙә уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда әҙерәк. Артабан да аварияларҙы кәметеү өсөн юлдарҙа фотовидеотеркәү комплекстары селтәрен артабан үҫтереү, шул иҫәптән юл сатында хәрәкәт итеү һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу кәрәк. Шулай уҡ трассаларҙың авария хәлендәге участкаларында юл билдәләре ҡуйыу, аңлатыу, профилактика эштәрен киң йәйелдереү мөһим. Алда - йәйге каникулдар, был осорҙа балалар ҡатнашлығындағы авариялар һаны арта, уяулыҡ талап ителә, тип билдәләнде ултырышта.



