Баш ҡалала билдәле фольклорсы Виктор Гацакты иҫкә алалар. Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Гацак уҡыуҙары» асылды. Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән форум өс көн дауам итә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән яҙмала.
Виктор Гацак фән донъяһында Рәсәй һәм Көнсығыш Европа халыҡтарының традицион мәҙәниәтен өйрәнеүсе булараҡ билдәле. Ул фольклор типологияһын өйрәнеүҙә этнопоэтик ҡараш булдырыусы, эксперименталь фольклористиканың бер нисә йүнәлешенә нигеҙ һалыусы ғалим. Виктор Гацактың етәкселегендә 23 кандидатлыҡ һәм 11 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған. Башҡортостанда уның эшен ике ғалимә - Гөлнур Хөсәйенова менән Шәүрә Шәкүрова дауам итә.
Башҡорт фольклор ғилеме бай йөкмәткеле һәм күп йүнәлешле. Сөнки үҙнең эпосы булған халыҡ фольклор жанрҙарының төрлөлөгө менән дә ғорурлана ала.
4-се Халыҡ-ара Гацак уҡыуҙары ике йылға бер үтә. Быға тиклем ул Мәскәү һәм Абхазияның Сухум ҡалаларында Өфөләге кеүек үк Виктор Гацактың уҡыусылары тарафынан ойошторолған булған. Форумда Рәсәй ғалимдары менән бергә сит илдәр вәкилдәре лә ҡатнаша.Владимир Кляус, Филология фәндәре докторы, М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институтының бүлек мөдире
Гацак уҡыуҙары тағы ике көн дауам итә. Төрлө секция ултырыштарында бер маҡсат - күп милләтле Ватаныбыҙҙың аҫыл фольклор өлгөләрен һаҡлау һәм халыҡ ижадын килер быуындарға еткереү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу бурысы ҡуйылған.
Азат Ғәлиуллин



