Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо

Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо. Милли кейемдәрҙә дефиле, спорт уйындары, бағыусыларҙан бүләктәр, интерактив уйындар -конкурстар, тәмлекәстәр... Балаларға арналған күләмле саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Байрам сараларының иң сағыуы «Ҡашҡаҙан» паркында ойошторолдо. Балалар оҫталыҡ дәрестәрендә, мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашты. Каратэ буйынса ярыш майҙанына, балаларына дәрт-ҡеүәт өҫтәп ата-әсәләр ҙә килгән

«Атай, әсәй һәм мин - Өфө ғаиләһе» конурсы еңеүселәре ҙур сәхнәгә күтәрелде. Ата-әсәләр үҙ өлгөһөнә балаларын да эйәртә, бергә видеофильмдар төшөрә, спорт уйындарында ҡатнаша, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай.

«Ҡашҡаҙан» паркында ойошторолған «Өфө-баласаҡ ҡалаһы» сараһы тиктормаҫ, көслө ихтыярлы, йорт хайуандарының ысын дуҫтары булған балаларға сағыу тәьҫораттар һәм байрам кәйефе бүләк итте.

Арт-квадрат йәмәғәт киңлегендә «Ҙур ғаилә» фестивале ойошторолдо. Байрамға килгән өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары балалар менән бергә төрлө уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Барлыҡ саралар ижади коллективтар сығыштары, туй тантаналары, конкурстарға үрелеп барҙы. Ғаилә фестиваленә килгән йәштәр спорт уйындарына ҡушылды Төбәк туроператорҙары балалар һәм ғаилә туризмы өлкәһендә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен еткерҙе. Иң йүгерек ғаилә бағыусыларҙан бүләккә телевизор алып ҡыуанды.

Аксаков паркындағы төп сәхнәлә «Таҡыя» проектының йәш дизайнерҙары традицион милли һәм заманса мода кейемдәрен күрһәтте. Сәхнәгә сығыусылар тамашасыларҙы легендалар донъяһына сәйәхәт иттерҙе, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы ҡурсалаусы бәхет ҡошо изге Һомай тураһында хәтерләтте. Дефилела балалар модаһының сағыу йондоҙҙары сығыш яһаны. Улар араһында «Таҡыя-2024» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары бар .

Өфө майҙансыҡтары һәм парктарында ойошторолған саралар дуҫлыҡ, берҙәмлек девизы менән уҙҙы. Йәйҙең тәүге көнө һәр бала күңелендә сағыу хәтирәләре, күңелле уйындары, мул күстәнәстәре һәм бүләктәре менән иҫтә ҡалды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ