"Патриот" паркында бөтә республиканан 300 волонтер йыйылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостандан 153-сө гуманитар ылау оҙатылды. Әле пилотһыҙ техника һәм ҡорамалдарға ихтыяж ҙур. Республикала дрондар етештереү яйға һалынды. -Ҙур ылауҙар менән бергә ҡала һәм райондарҙа өҫтәмә ярҙам әҙерләнә. Яңы ҡушылған төбәктәрҙең береһендә логистика үҙәге бар. Бөтә йөктө шунда алып баралар. Гуманитар ярҙам тәғәйен подразделениеға йүнәлтелә, - тине Радий Хәбиров.




