6 июндә мосолмандарҙың төп дини байрамдарының береһе билдәләнә. “Хакимиәт башлыҡтары ҡорбан салыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға бурыслы. Диниә назараты байрам сараларын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Халыҡтың именлеген тәьмин итеү мөһим. Ветеринария хеҙмәте менән берлектә мал салыу өсөн махсус урындар ойошторорға кәрәк. Унда бөтә санитар талаптар үтәлергә тейеш. Ҡорбан ғәйете – ҙур байрам. Әммә ул беҙҙең өсөн оло хеҙмәт тә”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин белдереүенсә, республикала 60 махсус майҙансыҡ әҙерләнгән. Уларҙың икәүһе Өфөлә урынлашҡан. “Теркәлгән малдар ғына махсус майҙансыҡҡа индерелә”, - тине ведомство етәксеһе.




