“Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша

Йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәр араһында спортсылар, уҡытыусылар, хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар бар. Уларҙың күбеһе ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә, йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булып тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙар ҙа ғариза тапшырған. Конкурста иң йәш ҡатнашыусыға – 26, иң өлкәненә – 84 йәш. Улар өлгөлө атай, татыу ғаилә башлығы. Ярыш еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын октябрҙә – Атайҙар көнөндә үткәреү ҡарала, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан.

Фото №1 - “Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ