Нефтселәр етем балаларға байрам ойошторҙо

Халыҡ–ара балаларҙы яҡлау көнөндә «Башнефть» хеҙмәткәрҙәре – «Роснефть» компанияһының «изге эштәр платформаһы» ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар  200-гә яҡын бала тәрбиәләнгән, шефлыҡҡа алынған балалар йортонда байрам ойошторҙо.

Ғафури, Шишмә, Тәтешле, Өфө райондарында, Ишембай, Нарьян-Мар ҡалаларында ла етем балаларға бүләктәр тапшырып, уйын-флешмобтар үткәрҙе.

Нефтсе ирекмәндәр ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар йорты тәрбиәләнеүселәренә даими ярҙам итеп тора.

"Башнефть" республика балалары һәм үҫмерҙәр өсөн социаль инфраструктураны үҫтереү хаҡында ла онотмай. Мәҫәлән, Башҡортостан менән «Роснефть» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы 2024 йылда республиканың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында балалар ижады үҙәге реконструкцияланды, Йәрмәкәй районы Йылан-Шишмә ауылында күп функциялы белем биреү үҙәге төҙөлдө, Өфөлә  2-се балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде, республика инженер лицей-интернаты биләмәһендә күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө.

Фото №1 - Нефтселәр етем балаларға байрам ойошторҙо
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ