Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонналар залында үткән тантанала барлығы 32 хеҙмәткәр тәбрикләнде. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта республикала 11 меңдән ашыу социаль хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар күрһәткән хеҙмәттәр даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Социаль хеҙмәткәрҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән дә эш алып бара. Иғтибарлы, мәрхәмәтле һөнәр эйәләре байрамы Рәсәйҙә 2000 йылдан алып ойошторола.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ