Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Коронавирус пандемияһы булһынмы, махсус хәрби операциямы - республика ирекмәндәре мәрхәмәтлек эшен лайыҡлы үтәй. Осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.
Республикала иң йәш ирекмәнгә 8 йәш булһа, иң өлкәне 94-ен тултырған. «Патриот» паркына йыйылғпан 300 кеше - хәрәкәттең иң әүҙем ағзалары. Улар белемдәрен камиллаштырыуға йүнәлтелгән программаларҙа ҡатнаша. Лагерь сменаһының тәүге көнөндә ирекмәндәр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, әңгәмә барышында хәрәкәттең төбәк тормошонда мөһим урын алып тороуы билдәләнде.
Осрашыуҙа төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында ла һөйләне. Был йәһәттән һәр муниципалитетта ирекмәндәр штабтары уңышлы эшләй. Маскировка селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре яһала, кейемдәр тегелә. Хәрбиҙәр ҡеүәтле техника менән дә тәьмин ителә. Төбәк предприятиелары тарафынан пилотһыҙ осоусы аппараттар етештереү ҙә үҫеш алды.
Йәштәр ирекмәндәргә күрһәтелгән ярҙам саралары, төрлө форум, гранттар менән дә ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе, тәү сиратта, хәрәкәт ағзалары өсөн мотлаҡ страховкалау ҡаралыуын билдәләне. Был сараларҙа ҡатнашҡанда хәүефһеҙлек гарантияһы. Ирекмәндәр лагеры өс көнгә иҫәпләнгән. Сара, тәү сиратта, республиканың иң әүҙем граждандарын берләштерә.
Осрашыу аҙағында төбәк етәксеһе республиканың иң әүҙем ирекмәндәрен почетлы билдә менән бүләкләне. Изге эштәр менән янып йәшәгән төрлө быуын вәкилдәре өсөн был лайыҡлы награда.
Гөлназ Хәйбуллина




