Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде

Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде. Улар Һарытау өлкәһендә тәбиғи шарттарҙа үрсетелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Убрать- Баймаҡ районына килтерелгән балыҡтар Һарытау өлкәһендә тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын тергеҙеү өлкәһендә эшләгән ойошма шөғөлләнә.

Графҡа балыҡтар транспортта килтерелде һәм һыуға махсус торба ярҙамында ебәрелде. 21 мең 647 даналағы йәш суртандар өс йылдан 1,5 килограмм самаһы ауырлыҡта буласаҡ һәм ыуылдырыҡ сәсәсәк.

Файҙалы эш Рәсәй балыҡсылығы етәкселеге менән килешеү сиктәрендә башҡарыла. Белгестәр Граф күленең флораһын һәм фаунаһын алдан өйрәнгән һәм суртан ебәреү мөһимлеген билдәләгән.

Һыу ятҡылығы күл тип аталһа ла, ысынында был Таналыҡ йылғаһындағы быуа. Бында бөгөнгә тиклем йыртҡыс балыҡтар булмаған, был иһә ваҡ балыҡтарҙың күпләп үрсеүенә килтергән. Депутаттың изге ғәмәленә балыҡсылар ҙа шатланасаҡ, сөнки тиҙҙән суртан ҡармаҡларға Граф күленә йөрөргә мөмкинлек буласаҡ. Изге эш киләсәк быуындар өсөн тәбиғәтте һаҡлауға ла ҙур өлөш индерәсәк.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ