Халыҡ-ара донъя чемпионы Айнур Шәйбәков Саха Яҡут республикаһында рус шашкаһы буйынса уҙғарылған суперматчта 7:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. «Титандар алышы» тип аталған турнирҙа яҡташыбыҙға ҡаршы Халыҡ-ара гроссмейстер Николай Стручков уйнаны. Дуҫтарса матч 8 партияла үтте, яҡут телеканалдары һәм социаль селтәрҙәр аша уйындың тура трансляцияһы күрһәтелде. Айнур Шәйбәков донъя һәм Европа чемпионаттарында ла уңышҡа өлгәшкән спортсы, бөгөн ул Рәсәй шашка Федерацияһының төбәк бүлексәһен етәкләй.



