Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығына геологик разведка планлаштырыла. Был хәлгә урындағы халыҡ борсолоу белдерә. Шуға ла «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшен мөмкин тиклем асыҡ алып барырға, һәр һорауға яуап бирергә һәм үҙ позицияһын аңлатырға тырыша. Бының өсөн ауылдарҙа осрашып-танышыу маҡсатында йыйындар үткәрелә, яңы производство асылған осраҡта, уның экологияға, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау ихтималлығы тураһында мәғлүмәт еткерелә. Осрашыуҙарҙа килтерелгән дәлилдәр киләһе материалда.
Район биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө планлаштырылған. Әлегә баҡыр ятҡылығын геологик өйрәнеү өсөн лицензия алынған. Биләмәләге запастар яҡынса 1 млн тонна тәшкил итә тип күҙаллана. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев район халҡы менән осрашып, барыһын да борсоған һорауҙарға асыҡлыҡ индерә. Әйтәйек, карьерҙа эш башланыу менән туҙан күтәрелер, эргәләге күлдәр бысраныр тип хәүефләнеүселәр бар. Әммә был фараздар дөрөҫлөккә тура килмәй.
Йылға-күлдәргә лә хәүеф янамай. Предприятиела һыу әйләнеше буйынса ябыҡ цикл файҙаланыла. Йәғни, һәр бер тамсы ҡабаттан ҡулланыуға ебәрелә. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге Томинск тау-байыҡтырыу комбинатынан ни бары 500 метр алыҫлыҡтағы быуа тәбиғи төҫтә, бер ҙә ҡоромаған. Биләмәлә ҡоштарҙың күпләп эйәләүе лә экологик хәлдең яҡшы булыуын дәлилләй.
Фабриканан сыҡҡан һыу кире фабрикаға китә, тышҡа һыу объекттарына зыян килмәйәсәк. Шуға күрә һыу ябыҡ цикл буйынса йөрөй. Ямғыр һыуын да, карьер эсендәге һыуҙы ла йыябыҙ - бөтәһе насостар менән фабрикаға оҙатыла.
Таһир Бәхтигәрәев «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры
Карьерҙа йыйылған һыу таҙартыу ҡоролмаларына оҙатыла, эшкәртелеп артабан производствола, шулай уҡ юлдарҙы технологик һибеүҙә ҡулланыла.
Компания үҙ эшенә социаль һәм экология йәһәтенән яуаплы ҡарашта. Әммә мәғдәндәрҙе табыу процесында көтөлмәгән осраҡтарға әҙер торорға тейешбеҙ. Былтыр оҙайлы ямғырҙар яуыуға ҡарамай, был компаниянан бер генә кубометр һыу ҙа ситкә ағып сыҡмаған.»
Владимир Никонов, Өфө фән һәм технологиялар университетының геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһы мөдире
Экологик нормалар тулыһынса үтәлергә тейеш. Дәүләт экологик күҙәтеү идаралығы был йүнәлеште етди контролдә тота. Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар лицензия алғандан һуң автоматик рәүештә күҙәтеүгә ҡуйыла. Предприятие тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен тулыһынса үтәргә бурыслы.
Василий Муленков, Башҡортостан буйынса дәүләт экологик күҙәтеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы - бүлек етәксеһе
Район икенсе Ҡарабашҡа әйләнәсәк тигән фараздар ҙа бар. Әммә биләмәлә металл иретеү эштәре бөтөнләй ҡаралмаған.
Беҙҙең технологияны Ҡарабаш берекмәһе менән сағыштырыу дөрөҫ түгел. Презентацияла руда табыу, уны эшкәртеү, баҡырҙы концентратҡа айырыу һәм металлургия заводтарына оҙатыу хаҡында һөйләнем. Беҙ металл иретеү менән шөғөлләнмәйбеҙ
Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры
Ауылдарҙа ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡайһы бер кешеләр ятҡылыҡҡа яҡын урында себер язваһы менән ауырыған малдар күмелгән, ятҡылыҡ биләмәһендә радиация фоны көслө тигән күп төрлө фекерҙәр ҙә йөрөтә. Белгестәр бер һүҙҙән был фараздарҙы иңҡар итте.
Әбйәлил Ветеринария станцияһының рәсми мәғлүмәттәре буйынса - ятҡылыҡта һәм унан ун саҡрым радиуста себер язваһы менән ауырыған малдар күмелмәгән, биометрия соҡорҙары юҡ.
Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры
Халыҡ урындағы тәбиғәткә зыян килер типгән борсолоуын да белдерә. Белгестәр билдәләүенсә, хәүефләнергә кәрәкмәй.
Әгәр ятҡылыҡты эшкәртеү һәм инфраструктура биләмәһендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр һәм хайуандар булһа, уларҙың ҡотҡарыу буйынса саралар күрелергә тейеш. Тәү сиратта, был үҫемлектәргә ҡағыла. Уларҙы күсереп булмаһа, ғәҙәттә яҡында ғына ошондай үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу тәҡдим ителә.
Василий Мартыненко, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы, тәбиғәт запастары буйынса дәүләт комиссияһы эксперты
Производствоға 40 миллиард һум инвестиция һалыу, район халҡы өсөн 1500 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәтәрҙәр тағы ла күберәк талап ителеүе ихтимал. Инвестор теләгән һәр кемде, бигерәк тә йәштәрҙе, ихтыяж булған һөнәрҙәр буйынса үҙ иҫәбенә уҡытыу ҙа ойошторасаҡ. Компания файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға етерлек ресурстар һәм проекттың иҡтисади нигеҙлелеген ентекләп раҫлағандан һуң ғына тотонорға ниәтләй.
Иң беренсе урындағы халыҡты эшкә алырға беҙҙең иҫәп бар, ул ябай һүҙҙәр генә түгел - Томинский комбинатында 95 процент урындағы халыҡ эшләй.
Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры
Киләһе быуындарға ошонда эш урыны булдырыу, районға, республикаға уның ыңғай тәьҫире булырға тейеш. Беҙ киләһе быуынды уйлаһаҡ, үҙебеҙҙең ҙур производство, яңы технологиялар менән булған производство булғанда - үҙеббеҙҙең республикаға файҙа килтерер инек. Әлбиттә, халыҡҡа һәр бер аҙымда аңлатырға кәрәк.
Рәсих Хәмитов, Рәсәйҙең почетлы ер аҫты разведчигы, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы
Силәбе өлкәһендәге тау-байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға ла була. Предприятие биләмәһенә экскурсиялар ойошторола.
Яңыраҡ бына осраҡлы рәүештә ишетеп ҡалып, шул ГОКҡа барып ҡайттым делегация составында. Шуға тиклем мин йөҙ процентҡа икенсе фекерҙә инем, бөгөн минең фекерҙәрем үҙгәрҙе. Сөнки мин күрҙем уларҙың нисек эшләгәндәрен, ниндәй технология менән, карьерҙы күреп ҡайттым да фекерем үҙгәрҙе.
Иштимер Ғүмәров, Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәүсе
Геологик эҙләнеүҙәрҙе 2027 йылға тамамлау күҙаллана, параллель рәүештә проект та әҙерләнә, уның буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Дәүләт экспертизалары ыңғай үткән осраҡта, тау-байыҡтырыу комбинаты 2029 йылда сафҡа инәсәк, ти белгестәр. Ятҡылыҡты эшкәртеү тамамланыу менән барлыҡҡа килгән карьер рекультивацияланасаҡ.